Аллаһы Тәғәлә бөтә йән эйәләре эсендә белем булараҡ йәшәй. Мәхлүктәргә ризыҡ булмаһа, улар ғазапланасаҡ, үләсәк. Тимәк, шул йән эйәһен ашатһаҡ, шул йән эйәһе лә, Хоҙай ҙа бәхетле була. Тимәк, йән эйәләренә ярҙам итеү – ул Аллаһҡа табыныу.
Ысынлап та, шәфҡәтлелектән килгән ысын мәғрифәт – Хоҙай мәғрифәте икәнен аңларға кәрәк.
Шәфҡәтлелектән килгән тәжрибә – Хоҙай тәжрибәһе. Ярҙам итеүҙән килгән бәхетте Хоҙай экстазы тип атайҙар.